ҠЫЙМАҠ, й ә м ә к, төрки ҡәбиләләр берләшмәһе. 7—8 бб. Иртыш й. эргәһендә барлыҡҡа килгән, тип фараз ителә. 9—11 бб. урта быуат авторҙары (Масуди, Гардизи һ.б.) хеҙмәттәрендә телгә алыналар. 9 б. аҙ. Ҡыймаҡҡағанатын ойошторғандар. 9—13 бб. Көньяҡ Себер, Урта Азия һәм Урал буйы терр‑яһында йәшәгәндәр. Күсмә малсылыҡ, һунарсылыҡ, игенселек төп хужалыҡ тармаҡтары булған. Тимерселек эше алға киткән. Ҡ. Урал-Волга буйындағы күп халыҡтарҙың, ш. иҫ. башҡорттарҙың һәм татарҙарҙың, этник һәм мәҙәни үҫешенә йоғонто яһаған.

Әҙәб.: Кумеков Б.Е. Государство кимаков IX—XI вв. по арабским источникам. Алма-Ата, 1972; Могильников В.А. Кимаки //Степи Евразии в эпоху средневековья. М., 1981; Кляшторный С.Г., Султанов Т.И. Казахстан: летопись трёх тысячелетий. Алма-Ата, 1992.

В.А.Иванов

Тәрж. М.В.Хәкимова

Текст на русском языке