ЛИНОЛЕУМ (лат. linum — етен, киндер туҡыма һәм oleum — май), иҙән ҡаплау өсөн рулонлы полимер материал. Төп сеймалына ҡарап тәбиғи (бәйләүес сифатында үҫемлектәрҙән алынған ыҫмалалар һәм майҙар файҙаланыла), поливинилхлорид, глифталь (алкидлы ыҫмалалар нигеҙендә), коллоксилин (нитроцеллюлоза нигеҙендә) һәм резина; составына ҡарап — гомоген (туҡыма таҫмаһының бөтә ҡалынлығы б‑са бер төҫтәге йәки мәрмәр төҫөндәге бер ҡатламлы), гетероген (нигеҙһеҙ, йылылыҡ һәм тауыш үткәрмәүсе йәки һуғылмаған нигеҙле күп ҡатламлы); туҡыма таҫмаһын эшләү технологияһына бәйле вальцовка‑каландр (нигеҙле һәм нигеҙһеҙ) һәм майланған (ш. иҫ. күбекләндерелгән) Л. бүләләр. Л. физик‑химик үҙсәнлектәре эшләү ысулына (мәҫ., поливинилхлорид эмульсияһынан пластизоль ысулы м‑н алынған майлағанға ҡарағанда поливинилхлоридлы вальцовка‑каландр ысулы м‑н күпкә нығыраҡ), структураһына (монолит туҡымалар, синтетик нигеҙ һәм һаҡлағыс ҡатлам ныҡлыҡты арттыра, күбекләндереү — кәметә, ләкин йылылыҡ‑тауыш үткәрмәүсәнлеген яҡшырта) бәйле. Л. ҡапламалары гигиена йәһәтенән яҡшы, тауышһыҙ, ашалыуға сыҙамлы, түшәүе күп көс талап итмәй һ.б. Поливинилхлорид ҡапламалар донъяла сығарылған Л. 80%‑тан артығын тәшкил итә. Бәйләүестән тыш пластификаторҙар, тултырғыстар, стабилизаторҙар, пигменттар, буяғыстар, эреткестәр, технологик өҫтәмәләр (катализаторҙар, күҙәүләндергестәр, күбекләнеүгә ҡаршы матдәләр, антипирендар, антистатиктар) инә.

Башҡортостанда 80‑се йй. аҙ. — 90‑сы йй. “Авангард” пр‑тиеһында поливинилхлорид майлы (диоктилфталат пластификаторын файҙаланып), 90‑сы йй. башынан 2007 й. тиклем “Каустик” ААЙ‑нда — поливинилхлорид вальцовка‑каландр (өс төҫтәге, йылылыҡ һәм тауыш үткәрмәүсе, туҡымалы һәм һуғылмаған нигеҙле, нигеҙһеҙ) Л. сығарғандар. Нефтекама яһалма күн производство берекмәһе үҙенең һуғылмаған материалдар сығарыу базаһы нигеҙендә вальцовка‑каландр Л. сығара. БР‑ҙа (мең м2) Л. сығарыу күләме 2000 й. — 3611, 2006 й. — 2497, 2008 й. — 854 мең т тәшкил иткән.

Әҙәб.: Рынок линолеума в России. М., 2005.

Х.Г.Ғүмәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика