ЛИНДА, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Әбдрәшит а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Раевка т. юл ст. Көнс. табан 12 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 228 кеше; 1959 — 205; 1989 — 132; 2002 — 119; 2010 — 116 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Ҡырым урта мәктәбе филиалы) бар.

Ауылға 1930 й. Әлшәй с‑зы ойошторолғандан һуң с‑здың Линда бүлексәһе ҡасабаһы (эргәләге 19 б. аҙ. эстондар нигеҙ һалған Линда утарының исеме м‑н аталған) булараҡ нигеҙ һалына. 1934 й. алып Раевка с‑зының Линда бүлексәһе ҡасабаһы булараҡ иҫәпкә алына, 2005 й. хәҙ. статусын ала, 2007 й. хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика