ЛИНГВИСТИК ГЕОГРАФИЯ, д и а л е к т о г р а ф и я, тел күренештәренең таралыу терр‑яһын өйрәнгән тел ғилеме бүлеге. Диалектологиянан 19 б. аҙ. айырылып сыға. Башҡорт теленең Л.г. б‑са тикшеренеүҙәр 20 б. 70‑се йй. “Башҡорт теленең диалектологик атласын” төҙөгән ваҡытта башланып китә. Атлас башҡорт теленең диалекттарын билдәләнгән изоглоссалар (геогр. карталағы айырым тел билдәһенең таралыу сиктәрен аңлатҡан һыҙыҡтар) б‑са өйрәнеү өсөн нигеҙ булып тора. Был диалекттарҙың таралыу терр‑яһы күрһәтелә, формалашыу һәм тарихи үҫеш үҙенсәлектәре асыла, төрлө тел кимәлдәренең хәҙ. торошо һүрәтләнә, айырым һөйләштәрҙең классификацияһы билдәләнә һ.б. Тупланған фактик материал башҡ. әҙәби теленең һәм этносының айырым тарихи мәсьәләләрен, телара бәйләнештәрен һ.б. хәл итергә мөмкинлек бирә. Л.г. үҫеше М.И. Дилмөхәмәтов, С.Ф.Миржанова, Н.Х.Мәҡсүтова, У.Ф.Нәҙерғолов һ.б. хеҙмәттәренә бәйле. БР‑ҙа шулай уҡ урыҫ теленең (ҡара: Урыҫ диалектологияһы) лингвогеографик тикшеренеүҙәре лә үткәрелә.

Әҙәб.: Максютова Н.Х. Лингвогеографическое изучение башкирского языка (итоги и перспективы) //Проблемы диалектологии и лингвогеографии тюркских языков: сб. ст. Уфа, 1986; Надергулов У.Ф. О реализации некоторых анлаутных согласных башкирского языка //Вопросы ареальной лингвистики и этнографии: сб. ст. Уфа, 1987; Дильмухаметов М.И. Говор среднеуральских башкир. Уфа, 2006.

М.И.Дилмөхәмәтов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Яндекс.Метрика