ҠАН ТАМЫРҘАРЫНЫҢ ВАРИКОЗ КИҢӘЙЕҮЕ, периферик ҡан тамырҙары ауырыуы, тамырҙар киңлегенең тигеҙһеҙ ҙурайыуы, формалары үҙгәреүе һәм һығылмалылығы кәмеүе хас. Ҡ.т.в.к. беренсел (өҫкө ҡан тамырҙары зарарланып, тәрән ҡан тамырҙары нормаль эшләгәндә) һәм икенсел (ҡан тамырҙары клапандары насар эшләгәндә, тәрән ҡан тамырҙары окклюзияһы булғанда) төрҙәргә айырыла.

Ҡ.т.в.к. булғанда йышыраҡ аяҡ ҡан тамырҙары, тура эсәк ҡан тамырҙары үрелмәһе (ҡара: Геморрой), һирәгерәк ҡыҙыл үңәс һәм ашҡаҙан, бауыр (бауыр циррозы, порталь гипертензия), орлоҡ канатигы һ.б. ҡан тамырҙары зарарлана. Ҡ.т.в.к. үҫешенә нәҫелдән килгән бирешеүсәнлек, аяҡҡа оҙайлы көс төшөү, һимереү, йөклөлөк, эс ҡатыу һ.б. сәбәпсе була. Аяҡтар зарарланғанда төп симптомдар: йөрөгәндә аяҡтарҙың тиҙ арыуы, ауырлыҡ һәм ауыртыныу тойоу, шешенеү, варикоз төйөрҙәр, балтыр мускулдары тартышыуы һ.б. Диагностикалау өсөн анамнез, клиник һәм инструменталь (ультратауыш допплерографияһы, флебография һ.б.) тикшеренеүҙәр мәғлүмәттәрен файҙаланалар. Дауалау хирургик (ҡан тамырҙарын киҫеп алыу, коагуляция, склеротерапия һ.б.), медикаментоз, компрессион терапия. Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: тромбофлебит, экзема, трофик сей яралар, ҡан китеү, күкәй атрофияһы, түлһеҙлек һ.б. Иҫкәртеү: дауалау физкультураһы, дөрөҫ йәшәү рәүеше.

Башҡортостанда ҡан тамырҙарына 2007 й. — 4 меңдән ашыу, 2009 й. — 3,6 мең, 2011 й. 3,9 мең операция яһала. Медицина университетында аяҡ (Р.И.Ишбулдин, В.В.Плечев, Ә.А.Хәмитов, А.И.Шестаков, Р.К.Әғзәмов һ.б.), ҡыҙыл үңәс һәм ашҡаҙан (Р.С.Минһажев, М.Ә.Нартайлаҡов һ.б.), орлоҡ канатигы (Г.В.Коржавин, В.Н.Павлов, В.В.Чистяков һ.б.) Ҡ.т.в.к. диагностикалау, дауалау һәм иҫкәртеү б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла.

Ә.А. Хәмитов, М.Т.Юлдашев

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке