ЛИМОНИТ (гр. leimon — болон), көрән тимер мәғдәне, тимерҙең тәбиғи окси‑гидрооксидтарының дөйөм атамаһы. Гётит, гидрогётит, лепидо-крокит һәм гидрогематит ҡатышмаларынан тороуы мөмкин. Балсыҡлы һәм онтаҡ массалар, жеодтар, конкрециялар, оолиттар, кристалдар барлыҡҡа килтерә; агрегаттары үҙәктән ситкә йүнәлгән нур йәки бер-береһенә параллель ятҡан сүстәр төҙөлөшөндә; бөрө, тәлгәш һымаҡ, сталактит бүлендектәр. Төҫө ерәнһыу һарынан алып ҡараға тиклем. Ҡатылығы 4—5,5; тығыҙлығы 900—4300 кг/м3. Тимер мәғдәне, пигменттар етештереү өсөн сеймал. Башҡортостанда Л. сығанаҡтары күп һанлы, бөтәһе лә тиерлек ашалыу ҡатлауына тура килә. Иң ҙур ятҡылыҡтар, ш. иҫ. Туҡан тимер мәғдәне ятҡылығы, Көньяҡ Уралдың көнбайыш битләүендә урынлашҡан.

А.А.Алексеев

Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика