ЛИМАСОВ Валерий Павлович (5.12. 1955, Өфө), спортсы. Бокс б‑са СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1974), СССР‑ҙың атҡ. спорт мастеры (1977). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1993). ӨАИ‑ны тамамлаған (1979). “Нефтсе” спорт комб‑ты тәрбиәләнеүсеһе (тренеры Р.Ш.Вәлиуллин), 1976—79 йй. Үҙәк армия спорт клубы өсөн сығыш яһай. Европа чемп. (1975, 1977), СССР чемпионаттарының көмөш призёры (1976— 77), Минск (1975), Куба (1977), Венгрия (1979) ҡҡ. халыҡ‑ара турнирҙар еңеүсеһе, социалистик илдәрҙең дуҫ армиялары чемпионатында еңеүсе (1978), СССР халыҡтары Спартакиадаһы чемп. (1975 — команда зачётында). Үҫмер спортсылар араһында Европа һәм СССР (икеһе лә — 1974), РСФСР (1973) чемпионы. Олимпия уйындарында ҡатнашыусы (1976). СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1974—80).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика