ЛИКОПОДИЕЛЛА (Licopodiella), көкөрт үләне һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 18—20 төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда һыубаҫар Л. үҫә. Күп йыллыҡ мәңге йәшел (көҙ көнө тулыһынса тиерлек юҡҡа сыға, үренделәренең ҡалынайған остары ҡышлай) ер‑һыу үләне, бейеклеге 10 см тиклем. Һабағы йәйелеүсән, ергә һырылған, тармаҡланыуы тигеҙ булмаған дихотомик. Япрағы ҡуйы, оҙонлоғо 8 мм тирәһе, тар ланцет, осло, төбөндә ураҡ һымаҡ бөгөлгән, спора туплаусы үренделәрендә өҫкә табан тырпайып тора йәки горизонталь тиерлек. Спора туплаусы башаҡтары 5 см тиклем оҙонлоҡта, цилиндр формаһында, ултырма. Спора япрағы 3—5 мм оҙонлоҡта, йомортҡа‑ланцет формаһында, осло, тырпайып тора. Спорангиялары батынҡы‑шар формаһында. Июль—сент. спора туплай. Торф һаҙлыҡтарында, йылғаларҙың мәтеле һыубаҫар ярҙарында, ҡырҡындыларҙа, мүкле урмандарҙа, дымлы ташландыҡ карьерҙарҙа үҫә. БР‑ҙа Башҡортостан Урал алдының урман‑дала өлөшөндә: Ауырғазы р‑нының Бишҡайын а. һәм Дыуан р‑нының Өлкөндө а. янындағы карст һаҙлыҡтарында табылған. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

З.Е.Ҡылысова, С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика