ҠАН АНАЛИЗАТОРҘАРЫ, автоматлаштырылған приборҙар һәм комплекстар, клиник лаб. диагностика саралары. Үлсәү өлөшөнән, эшкәртеү (микропроцессорҙар) һәм мәғлүмәтте сағылдырыу (цифрлы индикаторҙар) ҡоролмаларынан торалар. Ҡатмарлы комплекстарҙа эшкәртеү һәм сағылдырыу функцияларын компьютер башҡара. Ғилми-тикшеренеү һәм дауалау-иҫкәртеү учреждениеларында тикшеренеүҙәрҙең сифатын яҡшыртыу һәм лаборант-аналитиктарҙың эшен тиҙләтеү өсөн ҡулланыла.

Башҡортостанда 20 б. 90‑сы йй. натрий һәм калий иондары концентрацияһын билдәләү өсөн ионселектив ЭЦ‑59 (“Кверти-Мед” ЯСЙ) һәм ЭЦ‑59М (“Кверти-Лаб” ЯСЙ) Ҡ.а.; ҡандағы кислота‑һелте тигеҙлеген асыҡлау өсөн ЭЦ‑60, глюкоза кимәлен билдәләү өсөн ЭЦ‑61 анализаторҙарын (“Кверти-Мед” ЯСЙ); фотоколориметрик портатив АФП‑01 анализаторын (“Медицина һәм техник приборҙар” ЯСЙ); ҡан сывороткаһы аҡһымдарын целлюлоза ацетаты плёнкаларында электрофорезлау өсөн ЭБАФ‑01 (“Кверти- Лаб” ЯСЙ), “Астра” УЭФ‑01 (“Астра” ғилми-производство үҙәге) комплекстарын; биопрепараттарҙы клиник- эксперименталь һәм экспресс-диагностика шарттарында тикшереү өсөн ХЛ‑003 хемилюминометрҙарын (Техник системаларҙы медицина-экология яғынан тикшереү б‑са ӨДАТУ‑ның һәм БДМУ‑ның вуз-ара лаб.) уйлап табыу һәм етештереү башлана.

П.В.Караваев, Р.В.Шишкина

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке