ЛИКЁР-АРАҠЫ СӘНӘҒӘТЕ, аҙыҡәм сәнәғәтенең араҡы һәм ликёр-араҡы изделиелары етештереү б‑са тармағы. Сеймал итеп аҙыҡ сеймалынан (иген культуралары ашлығы) алынған этил спирты, йомшартылған һыу, төрлө хуш еҫле һәм тәм биреүсе өҫтәмәләр (шәкәр, органик кислоталар, эфир майҙары, үләндәр һ.б.) файҙаланыла. 18 б. уртаһында Башҡортостан терр‑яһында тәүге шарап ҡыуыу заводтары барлыҡҡа килә. Заводтар продукцияһы ҡаҙнаның спиртлы эсемлек һата торған палаталары тарафынан билдәләнгән хаҡҡа һатып алына һәм ҡаҙна магазиндары аша спиртлы эсемлек ҡулланыу йорттарына ебәрелә. Хосуси шарап ҡыуыу биналары хужалары (дворяндарҙан башҡа) шарап ҡыуыу хоҡуғы өсөн, хосуси спиртлы эсемлек ҡулланыу йорттары хужалары шарап һатыу хоҡуғы өсөн йолом түләй. 1863 й. йолом түләү акциздар м‑н алмаштырыла. 1896 й. дәүләт шарап монополияһы индерә. 19 б. аҙ. — 20 б. башында Өфө, Бөрө, Бәләбәй, Златоуст, Стәрлетамаҡ ҡҡ. ҡаҙна шарап складтары эшләй, уларҙа спирт ректификациялана һәм ҡойола. 1918 й. шарап ҡыуыу з‑дтары национализациялана. 1914—24 йй. араҡы һатыу тыйыла, спирт хәрби, техник һәм медицина маҡсаттары өсөн ҡулланыла. Тыйыу алынғандан һуң 20‑се йй. Өфө һәм Бөрө ликёр-араҡы з‑дтары, Бәләбәй спирт-араҡы з‑ды асыла. 1937 й. алып араҡы унификацияланған рецептуралар б‑са етештерелә. 1948 й. башлап спиртовканы (спирт һәм һыу ҡатышмаһы) таҙартыу өсөн ағас күмере урынына активлаштырылған күмер ҡулланыла. Респ. ликёр-араҡы һәм спирт з‑дтары 20‑се йй. башынан Башҡ‑н спирт тресы, 1957 й. алып респ. аҙыҡ-түлек сәнәғәте идаралығы, 1976 й. — “Башспирт” ПБ, 2000 й. — “Башспирт” ААЙ составына инә.

Араҡы һәм ликёр-араҡы изделиелары сығарыу 1990 й. 3535 мең дал, 1995 — 6857, 2000 — 4798, 2004 — 4286, 2009 й. 4038 мең дал тәшкил итә. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла. “Башспирт” ААЙ составында 5 пр‑тие: Бөрө спирт-араҡы комбинаты, Бәләбәй спирт-араҡы комбинаты, Ермолаевка спирт-араҡы комбинаты, Өфө спирт-араҡы комбинаты, Стәрлетамаҡ спирт-араҡы комбинаты. Л.‑а.с. өсөн белгестәр БДАУ‑ҙа, ӨДИСА‑ла, Механика-технология колледжында, Мәләүез механика-технология техникумында әҙерләнә.

Р.Әәйнуллин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика