ҠАМЫШЛЫТАМАҠ ҠӘБЕРЛЕГЕ, Пьяный Бор мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 2 б. — б.э. 2 б. ҡарай. Баҡалы р‑ны Ҡамышлытамаҡ а. ситендә урынлашҡан. 1958 й. төҙөлөш эштәре барышында табыла (30‑ға яҡын ҡәбер емерелә). 1961 й. ТТӘИ һәм МДУ‑ның берлектәге экспедицияһы (етәкселәре М.С.Акимова, Н.А.Мәжитов) тарафынан өйрәнелә. Ҡурғанһыҙ ҡәберлектәргә ҡарай. 101 ҡәбер тикшерелгән, уларҙың күбеһендә мәйет яңғыҙ ерләнгән (7 ҡәбер соҡоронда 2‑шәр, берәүһендә — 3 ҡәбер табылған). Мәйеттәр ябай ҡәбер соҡорҙарында (тәрәнлеге 0,5—1,1 м) салҡан һалып, башы м‑н көньяҡ-көнсығышҡа, һирәгерәк төньяҡ- көнсығышҡа ҡаратып ерләнгән. Ирҙәр ҡәберендә эш ҡоралдары (балсыҡ орсоҡбаш, тимер бысаҡтар, таш ҡайраҡтар), ҡорал (тимер ҡылыстар, хәнйәрҙәр һәм һөңгө остары, өс яҡлы тимер һәм өс ҡырлы һөйәк уҡ башаҡтары), ат егеү кәрәк-ярағы (тимер ауыҙлыҡтар) һәм баҡыр тәңкәләр, бронза, тимер һәм һөйәк таралғылар м‑н биҙәлгән бил ҡайыштары, ҡатын-ҡыҙҙыҡында — биҙәнеү әйберҙәре (бронза беләҙектәр, сикә сулпылары, йөҙөктәр, билбау һәм аяҡ кейеме ҡаптырмалары, бронза, көмөш айылдар һәм биҙәүестәр, бронза, тимер һәм һөйәк ҡаптырмалар, быяла муйынсаҡтар) табылған. Ҡомартҡы материалдары Милли музейҙа һаҡлана.

Әҙәб.: Мажитов Н.А., Пшеничнюк А.Х. Камышлы-Тамакский могильник //Археология и этнография Башкирии. Т.3. Уфа, 1968.

А.Х.Пшеничнюк

Тәрж. М.В.Хәкимова

Текст на русском языке