ЛИБРОВИЧ Леонид Сигизмундович (28.1.1891, С.‑Петербург — 14.12.1967, шунда уҡ), геолог, палеонтолог. Геол.‑минералогия ф. д‑ры (1937), проф. (1938). Петроград тау ин‑тын тамамлаған (1921). 1941—44 йй. Башҡ‑н дәүләт геол. идаралығының өлкән геологы. Фәнни тикшеренеүҙәре Урал палеозойы стратиграфияһына һәм Көньяҡ Уралдың көнсығыш битләүе геологияһына арналған. Л. тарафынан Магнитогорск мегасинклинорийы төҙөлөшөнөң һәм стратиграфияһының төп үҙенсәлектәре асыҡлана, ирәндек свитаһы, олотау свитаһы, йылайыр свитаһы һ.б. айырып күрһәтелә; Ҡыҙыл‑Урғаҙа р‑ны картаға индерелә. 120‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Геологическое строение Кизило‑Уртазымского района на Южном Урале //Труды ЦНИГРИ. Л., 1936. Вып. 81.

Әҙәб.: Барсков И.С. Леонид Сигизмундович Либрович (28 января 1891 — 14 декабря 1967) //Современные проблемы изучения головоногих моллюсков. Морфология, систематика, эволюция, экология и биостратиграфия. М., 2012. Вып. 3.

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика