ҠАМЫШЛЫТАМАҠ, Баҡалы р‑нындағы ауыл, Ҡамышлытамаҡ а/с үҙәге. Район үҙәгенән К. 25 км һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 57 км алыҫлыҡта Сөн й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 645 кеше; 1920 — 905; 1939 — 1087; 1959 — 794; 1989 — 529; 2002 — 495; 2010 — 468 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 1842 й. Бәләбәй өйәҙенең Ҡырғыҙ улусы Ҡуян (хәҙ. Иҫке Ҡуян) а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә Яңы Ҡуян исеме м‑н нигеҙ һала. 1865 й. 25 йортта 150 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. (хәҙ. исемдә) мәсет, һыу тирмәне, 2 мөгәзәй теркәлгән. Ауыл эргәһендә Ҡамышлытамаҡ ҡәберлеге бар.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.