ЛИБЕРМАН Анна Борисовна (11.8. 1911, Киев – 20.8.1999, Өфө), пианист. БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1971). Киев консерваторияһын тамамлаған. 1931—40 йй. Киев филармонияһының солист‑пианисы, 1942 й. алып Башҡ. музыка уч‑щеһында уҡыта, 1943—71 йй. Башҡ. филармонияһының пианисы һәм концертмейстеры. Л. башҡарыуы юғары оҫталыҡ, хислелек м‑н айырылып тора. Репертуарында Л.Бетховендың фп. м‑н оркестр өсөн 5‑се Концерты, Р.Шумандың симфоник этюдтары, Ф.Листтың рапсодиялары, Ф.Шопендың полонездары, вальстары, мазуркалары, П.И.Чайковскийҙың фп. м‑н оркестр өсөн 1‑се Концерты, М.П.Мусоргскийҙың “Күргәҙмәнән картиналар” (“Картинки с выставки”) фп. циклы, башҡ. комп. Х.Ш.Заимов, З.Ғ.Исмәғилев, Н.Ғ.Сабитов һ.б. әҫәрҙәре. Х.Ф.Әхмәтовтың Соната‑фантазияһын тәүге башҡарыусы (1947). Опера һәм балет театрының симфоник оркестры м‑н хеҙмәттәшлек иткән. СССР буйлап гастролдәрҙә була.

Э.М.Давыдова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Яндекс.Метрика