ҠЫЙҒАҘЫТАМАҠ, Мишкә р‑нындағы ауыл, Мишкә а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 10 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 112 км алыҫлыҡта Соҡаяҙ й. (Бөрө й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 687 кеше; 1920 — 1111; 1939 — 893; 1959 — 771; 1989 — 276; 2002 — 228; 2010 — 184 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 1852 й. Бөрө өйәҙе Ҡаңлы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Исеме гидронимдан алынған. 1865 й. бында Өфө өйәҙе Байталлы а. (хәҙ. Кушнаренко р‑нында), Бәләбәй өйәҙе Ҡалмашбаш, Иҫке Биккенә һәм Рапат аа. (хәҙ. Саҡмағош р‑нында) кешеләре килеп урынлаша; 40 йортта 241 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мәсет, 2 бакалея кибете теркәлгән. Н.Н.Иҡсанова, К.Мәргән, Ф.Ф.Фәйезов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке