ЛИАКУМОВИЧ Александр Григорьевич (5.3.1931, Бобруйск ҡ. – 16.12.2013, Ҡазан), химик‑технолог. Техник ф. д‑ры (1966), проф. (1977), РФ‑тың (1997), ТАССР‑ҙың (1981) атҡ. фән эшмәкәре, РФ‑тың почётлы химигы (2003), СССР нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1978). Мәскәү нескә химия технологияһы ин‑тын тамамлағандан һуң (1954) “Гипрокаучук” синтетик каучук сәнәғәте дәүләт проект һәм ғилми‑тикшеренеү ин‑тында (Мәскәү) эшләй, 1959 й. алып ш. уҡ ин‑ттың лаб. мөдире (Стәрлетамаҡ ҡ.). 1960 й. башлап Стәрлетамаҡ изопрен каучук етештереү б‑са тәж. сәнәғәт заводының баш инженер урынбаҫары, фән б‑са дир. урынбаҫары. 1975 й. алып Ҡазан милли тикшеренеү технология ун‑тында эшләй: Түб. Кама филиалында дөйөм теория дисциплиналары каф. мөдире, 1984—2002 йй. синтетик каучук технологияһы каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1989 й. башлап Эластомерҙар етештереү үҙәгендә директор. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге нефтехимия синтезын тикшереүгә һәм эшләп килгән нефтехимия производстволарын интенсификациялауға арналған. Л. етәкс. изопрен, бутадиен, стиролды айырып алыу һәм таҙартыу процестарының эйәрсән реакцияларын ингибирлау, феноллы антиоксиданттар синтезлау б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә. Л. фәнни асыштары Стәрлетамаҡ синтетик каучук з‑дында (ҡара: “Каучук”), Стәрлетамаҡ нефтехимия заводында, “Казаньоргсинтез” һ.б. пр‑тиеһына индерелә. 400‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 600 уйлап табыу авторы. СССР‑ҙың Дәүләт пр. лауреаты (1989). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1974), Дуҫлыҡ (2003) орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Химия и технология мономеров для синтетических каучуков. Л., 1981 (авторҙ.); Получение и применение 3‑метилбутена‑1: темат. обзор. М., 1993 (авторҙ.) (Серия: Промышленность синтетического каучука; вып.1); Современные нефтехимические синтезы на основе бутадиена: темат. обзор. М., 1993 (авторҙ.) (Серия: Промышленность синтетического каучука; вып.4).

Ю.А.Сангалов

Тәрж. Г.Ю.Ғатауллина

Яндекс.Метрика