ҠЫЙҒАҘЫ, Асҡын р‑нындағы ауыл, Петропавловка а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 18 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 110 км алыҫлыҡта Тушҡыр й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1587 кеше; 1920 — 1433; 1939 — 987; 1959 — 1005; 1989 — 696; 2002 — 640; 2010 — 468 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Себер даруғаһы Өфө-Танып улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1709 й. алып билдәле. 1795 й. 48 йортта 304 кеше йәшәгән, 1865 й. 170 йортта — 1051 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 3 һыу тирмәне булған. 1906 й. 2 мәсет, 3 һыу тирмәне, 6 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Арыҫлан Ранғолов, Ә.Ғәкерова, Р.Ә.Әкбәров ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке