ЛӘҮЙЫЛҒА, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл, Ләүйылға а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 18 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 61 км алыҫлыҡта Ләүйылға (Ҡыйғы й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1581 кеше; 1920 — 2882; 1939 — 1586; 1959 — 1510; 1989 — 1156; 2002 — 1098; 2010 — 1076 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, 2 балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто, клуб, китапхана, сиркәү бар.

Ауылға 1802 й. Троицк өйәҙе Дыуан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә ш. уҡ өйәҙҙең Таҙтүбә а. (хәҙ. Дыуан р‑ны) дәүләт крәҫтиәндәре нигеҙ һала. Һуңыраҡ бында башҡа губерналарҙан күсеп ултыралар. 1865 й. 153 йортта 991 кеше йәшәгән. Игенселек, умарт‑ҡ, утын санаһы һәм сана яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. Сиркәү, 7 һыу тирмәне булған; йәрминкәләр үткәрелгән. 1906 й. сиркәү (1895 й. төҙөлгән), земство мәктәбе, министрлыҡ мәктәбе, май һығыу һәм 2 тире эшкәртеү йорто, 8 тимерлек, 5 һыу тирмәне, 3 бакалея һәм 3 мануфактура кибете, мөгәзәй теркәлгән; йәрминкәләр уҙғарылған; ауылда улус идараһы урынлашҡан. Д.С.Ракшин ошо ауылда тыуған.

Тәрж. А.Н.Күсеев

Яндекс.Метрика