АҠНАЗАРОВ Зекериә Шәрәфетдин улы (22.8.1924, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Ямаш а. — 2.4.2000, Өфө), дәүләт эшмәкәре. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Өлкә‑ара партия мәктәбен (Свердловск ҡ., 1948), К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын (1950) тамамлаған, 1960—62 йй. КПСС ҮК эргәһендәге Ижт. фәндәр акад. (Мәскәү) уҡый. 1941—42 йй. Баймаҡ р‑нының Мырҙый башланғыс мәктәбендә уҡытыусы, 1945—46 йй. ВЛКСМ‑дың Баймаҡ район ком‑ты секретары. 1948—54 йй. ВЛКСМ‑дың Башҡ‑н өлкә ком‑тында эшләй (1951 й. алып — 1‑се секретарь). 1954—60 йй. КПСС‑тың Башҡ‑н өлкә ком‑тының бүлек мөдире, 1962—86 йй. БАССР МС рәйесе. Респ. соц.‑иҡт. һәм мәҙәни үҫешенә ҙур өлөш индерә. СССР ЮС‑ының 6—9‑сы, РСФСР ЮС‑ының 10—11‑се, БАССР ЮС‑ының 4—11‑се саҡырылыш депутаты. 1966—71 йй. КПСС‑тың Үҙәк ревизия комиссияһы ағзаһы. Ленин (1971, 1984), Окт. Революцияһы (1981), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1957, 1966), Халыҡтар дуҫлығы (1974) орд. м‑н бүләкләнгән. Өфөлә А. йәшәгән йортҡа һәм уның исеме бирелгән урамдағы йорттарҙың береһенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Әҫәрҙ.: Время. Люди. Мысли. Уфа, 1998.

Ф.А.Ишҡолов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.