ЛӘМӘҘТАМАҠ, Мәсетле р‑нындағы ауыл, Ләмәҙтамаҡ а/с үҙәге. Район үҙәгенән К. 15 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 111 км алыҫлыҡта Ләмәҙ й. (Әй й. ҡушылдығы) тамағында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 781 кеше; 1920 — 867; 1939 — 767; 1959 — 701; 1989 — 519; 2002 — 522; 2010 — 483 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (“Әхирәттәр” башҡ. халыҡ фольклор ансамбле), китапхана, мәсет бар.

Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Себер даруғаһы Ҡошсо улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Исеме гидронимдан алынған. 1795 й. 31 йортта 194 кеше йәшәгән, 1865 й. 62 йортта — 373 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, һыу тирмәне булған. 1906 й. ш. уҡ мәҙрәсә, 3 тирмән, мануфактура һәм 2 бакалея кибете теркәлгән. 1930—32 йй. алып Мәсетле р‑нының адм. үҙәге. А.Й.Зарипов ошо ауылда тыуған.

Г.Т.Хөсәйенова, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика