ЛӘМӘҘ, Нәмәҙ, йылға, Эҫем й. һул ҡушылдығы. Силәбе өлк. Ләмәҙ ҡасабаһынан төньяҡ‑көнсығышҡа табан 6 км алыҫлыҡта башлана. Силәбе өлк. һәм БР‑ҙың Белорет р‑ны терр‑ялары буйлап төньяҡ‑көнсығыштан көньяҡ‑көнбайышҡа табан аға, ш. уҡ р‑ндың Исҡушты а. эргәһендә йүнәлешен төньяҡҡа бора, Убыркүл һәм Һыулы Ерекле йй. тамағы араһындағы участкала Белорет р‑ны терр‑яһы буйлап көньяҡ‑көнбайышҡа, артабан Архангел һәм Иглин р‑ндары терр‑ялары буйлап төньяҡ‑көнбайышҡа табан аға. Эҫем й. (тамағынан 72 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 119 км, басс. майҙаны 1800 км2, дөйөм түбәнәйеүе 420 м. БР терр‑яһында оҙонлоғо 103 км. Был участкала ҡар һыуы м‑н туйына. Иглин р‑ны Түб. Ләмәҙ а. эргәһендә йыллыҡ аҡманың 65%‑ы — яҙғы (апр.—май), 20%‑ы — йәйге һәм көҙгө (июнь—окт.), 15%‑ы ҡышҡы (нояб.—март) осорҙарға тура килә. Уртаса йыллыҡ һыу сығымы 32,7 м3/с. Үрге ағымында рельефы уртаса һәм тәпәш таулы, рифей тоҡомдарынан (доломит, эзбизташ, алевролит, ҡомташ) тора; түбәнге ағымында — убалы, девон, карбон, пермь тоҡомдарынан (гипс, мергель, конгломерат) ғибәрәт. Л. һәм уның ҡушылдыҡтары үҙәне карст үҫешкән эзбизташ ҡатламдарына тура килә (сағылдар, мәмерйәләр, ш. иҫ. Белорет р‑нындағы Верхний, Дальний, Заповедный һ.б. мәмерйәләр). Л. үҙәненең уң битләүендә Атыш шарлауығы урынлашҡан. Ландшафы көрән тау‑урман һәм һоро урман тупраҡтарындағы киң япраҡлы урмандарҙан тора. Басс. 88%‑ын урман ҡаплаған, түбәнге ағымында 1%‑ы һөрөлгән, 1%‑ы һаҙға әйләнгән. Иң ҙур ҡушылдыҡтары: Бәҙәреш, Икен, Новь (бөтәһе лә — уң).

В.А.Загорский

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Яндекс.Метрика