ҠАМЫШЛЫ ТИРМӘН КОМБИНАТЫ ҠАСАБАҺЫ, 1992 й. алып Өфө составында, Киров р‑нының Искин а/с ҡарай. Өфөнән К. 36 км һәм Өршәк т. юл ст. К.‑Көнс. табан 15 км алыҫлыҡта Өршәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 103 кеше; 1939 — 83; 1959 — 77; 1989 — 109; 2002 — 53; 2010 — 44 кеше. Урыҫтар, сыуаштар йәшәй (2002).

Ауылға 1914 й. һәм 1920 й. араһында Өфө өйәҙендә Ҡамышлы а. 8‑се тирмәнe булараҡ нигеҙ һалына. 30‑сы йй. алып Ҡамышлы тирмәне ҡасабаһы булараҡ иҫәпкә алынған, 50‑се йй. аҙ. хәҙ. исемен йөрөтә. 1992 й. Өфө р‑нының Булгаков а/с ҡараған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке