Внимание
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/K/KIZILYARSKA.jpg'
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/K/KIZILYARSKA.jpg'

ҠЫҘЫЛЪЯР МӘМЕРЙӘҺЕ, Г.А.Максимович исемендәге мәмерйә, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Белорет р‑ны Инйәр а. төньяҡҡа табан 22 км алыҫлыҡта Инйәр й. үҙәненең һул битләүендә урынлашҡан. Карст мәмерйәһе, Минйәр свитаһы эзбизташтарында барлыҡҡа килгән. Рәшәткә рәүешендәге лабиринт мәмерйәнән ғибәрәт. Оҙонлоғо 2217 м, киңлеге 3 м, бейеклеге 5,6 м, тәрәнлеге 13 м, амплитудаһы 25 м, майҙаны 6,8 мең м2, күләме 30,6 мең м3. Ауыҙы (киңлеге 0,4 м, бейеклеге 0,8 м) Инйәр й. кимәленән 13 м бейеклектә ята. Иҙәне балсыҡ м‑н ҡапланған, кальцит һарҡыуҙары һәм ҙур таш киҫәктәре өйөмдәре осрай. Стеналарында гелектит һәм кальцит кристалдары бар. Уйһыу урындарында һыу йыйылған. Ғәҙәттә яҙғы ташҡын ваҡытында һыу баҫа. Мәмерйәлә быуаярғанаты йәшәй.

Ю.В.Соколов

Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке