ҠЫҘЫЛЪЯР УРТА МӘКТӘБЕ, Нуриман р-нында урынлашкан. 1909 й. земство башланғыс уч‑щеһы булараҡ асыла, 20‑се йй. башынан 2‑се баҫҡыс (7 йыллыҡ) мәктәп, 1938 й. алып хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Баш-Шиҙе, Оло Шиҙе, Яңы Бүрес, Иҫке Бәҙәй, Никольский һәм Яңы Субай аа. 6 филиалы эшләй. Мәктәп тарихы музейы, уҡыу оҫтаханаһы, ял итеү бүлмәһе, мед. һәм стоматология кабинеттары, автопаркы, уҡытыу-тәжрибә участкаһы бар. Урта мәктәпте 4 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2012), улар араһында В.Ҡ.Носратуллин, Р.Ғ. Һәүбәнова, Ғ.Ф.Шәйхетдинов, В.С.Яҡупов. Мәктәп бинаһына Чечнялағы хәрби хәрәкәт ваҡытында һәләк булған мәктәпте тамамлаусылар А.Г.Нәсибуллин м‑н Р.Е. Фазлетдиновҡа мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған (икеһе лә — 2005).

Й.З.Хисмәтуллина

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.