ЛӘМӘҘ ЗАВОДЫ, 1898 й. Өфө өйәҙе Архангел улусы башҡорттары ерендә Ләмәҙ й. буйында Урал-Волга металлургия акционерҙар йәмғиәте суйын иретеү заводы булараҡ нигеҙ һала. Хужалары: Урал-Волга металлургия йәмғиәте, Комаров тимер мәғдәне ятҡылыҡтары һәм Көньяҡ Урал тау заводтары акционерҙар йәмғиәте (1900 й. алып). Ләмәҙ тау округына ингән. 1899 й. эшләй башлай. Домна мейесе, 3 һауа йылытыу аппараты, 3 пар машинаһы була; 10 рудникка (ш. иҫ. мәғдәнендә 50% тимер булған Майратҡан, Мигбаруй, Таш келәт рудниктарына), 6 мең дисәтинәнән ашыу ергә эйә була. Л.з. 75 мастеровой һәм эшсе кеше, 178 ирекле ялланған эшсе (ярҙамсы эштәрҙә) иҫәпләнгән. Эшләү дәүерендә заводта 1226,5 мең бот суйын иретелә, 1901—03 йй. — 803,5 мең бот, макс. етештереүсәнлек — 435,7 мең бот (1902). 1900—01 йй. эшләмәй. 1903 й. ябыла.

З.И.Гудкова

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика