ҠЫҘЫЛЪЯР, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Мәсәғүт а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 45 км алыҫлыҡта Гәрәй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 682 кеше; 1920 — 946; 1939 — 439; 1959 — 358; 1989 — 215; 2002 — 183; 2010 — 121 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Клуб бар.

Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Ҡазан даруғаһы Урман‑Гәрәй улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Шулай уҡ Краснояр булараҡ теркәлгән. 1795 й. 23 йортта 140 кеше йәшәгән, 1865 й. 125 йортта — 731 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Улус идараһы урынлашҡан, мәсет, училище, 3 һыу тирмәне, 36 сауҙа кибете булған. 1906 й. мәсет (1890 й. төҙөлгән), 2 тимерлек, 3 һыу тирмәне, шарап һәм 5 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән; улус идараһы урынлашҡан булған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке