ҠЫҘЫЛЪЯР, Өфө р‑нындағы ауыл, Ҡыҙылъяр а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Өфө т. юл ст. Көнб. табан 25 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 2222 кеше; 1920 — 1935; 1939 — 1296; 1959 — 633; 1989 — 1527; 2002 — 1569; 2010 — 1615 кеше. Урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто (“Кудринки” урыҫ фольклор ансамбле), китапхана, Егерме бишенсе Чапаев дивизияһының йорт‑музейы, мәсет, сиркәү (Троица сиркәүе, 1896, архитектура ҡомартҡыһы) бар; урыҫ тарихи‑мәҙәни үҙәге эшләй.

Ауылға 1618 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1635 й.) Өфө өйәҙендә батша һарайы крәҫтиәндәре нигеҙ һала. 1795 й. 128 йортта 626 кеше йәшәгән, 1865 й. 200 йортта — 1386 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Сиркәү, училище, 3 май һығыу һәм 3 буяу оҫтаханаһы, 1 һыу һәм 13 ел тирмәне булған. 1906 й. сиркәү, земство мәктәбе, 11 ел тирмәне, уҡыу бүлмәһе булған китапхана, 1 шарап һәм 3 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Ҡ. эргәһендәге йыртҡыс ҡоштар оялаған һәм торналар йыйыла торған “Енғалыш” төбәге — тәбиғәт ҡомартҡыһы. И.Ф.Бельский ошо ауылда тыуған.

Д.Ғ.Күскилдин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.