ҠЫҘЫЛЪЯР, ауыл, Нуриман р‑ны (1933—63 йй. һәм 1966 й. алып) һәм Ҡыҙылъяр а/с үҙәге; пристань. Өфөнән Т.‑Көнс. 100 км һәм Иглин т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 55 км алыҫлыҡта Ҡариҙел й. буйында, Өфө—Иглин—Ҡыҙылъяр, Благовещен—Павловка—Ҡыҙылъяр автомобиль юлдарында урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1906 й. — 2,5; 1920 — 3,2 (Сабаҡлы а. халҡы м‑н бергә иҫәпләнгән); 1939 — 3,9; 1959 — 3,6; 1989 — 3,6; 2002 — 4,1; 2010 — 4,3. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Ҡыҙылъяр урта мәктәбе, муз. мәктәбе, балалар баҡсаһы, ДЮСШ, үҙәк район дауаханаһы һәм китапханаһы, балалар китапханаһы, тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы, мәҙәниәт йорто (3 үҙешмәкәр сәнғәт халыҡ коллективы), 2 мәсет бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Йәлдәк улусы Бүрес а. (хәҙ. Иҫке Бүрес а.) башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә яһаҡлы татарҙар нигеҙ һала, 1731 й. (керҙәшлек килешеүе рәсмиләштерелгән) алып Ҡыҙылъяр исеме м‑н билдәле. 1858 й. бында ш. уҡ шарттарҙа Минзәлә өйәҙенән типтәрҙәр килеп урынлаша. 1865 й. 195 йортта 1077 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 2 һыу тирмәне, 6 сауҙа кибете булған. 19 б. аҙ. — 20 б. башында Ҡ. м‑н бергә иҫәпкә алынған Сабаҡлы бүлендек ауылы булған. 1906 й. 2 мәсет, 2 тимерлек, 2 ат ярма ярғысы, 3 ҡалас бешереү йорто, 2 мануфактура һәм 3 бакалея кибете, ашхана, сәйхана, пароход пристане теркәлгән; йәрминкәләр үткәрелгән. 20 б. башынан хәҙ. исемен йөрөтә. Ф.З.Ғәлин, С.М.Мифтахов, В.Ҡ.Носратуллин, Р.Р.Солтанова, И.М.Сәлимгәрәева, Р.Ғ.Һәүбәнова, Ғ.Ф.Шәйхетдинов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.