ҠАМЫШЛЫ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Ҡамышлы а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 22 км һәм Төкөн т. юл ст. Т. табан 5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 — 709 кеше; 1920 — 967; 1939 — 1042; 1959 — 550; 1989 — 359; 2002 — 417; 2010 — 417 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 1872 й. Стәрлетамаҡ өйәҙе Табын улусы Малай а. башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Вятка губ. крәҫтиәндәре Ҡамышлы ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һала. 1896 й. 82 йортта 474 кеше йәшәгән. 1906 й. земство мәктәбе, 3 бакалея кибете, май һығыу йорто теркәлгән. 20 б. 20‑се йй. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә.

Тәрж. Ә.Н.Күсеев

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.