ЛӘЛӘ (Lilium), ләлә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 90‑дан ашыу төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда һарына үҫә. Һуғанбашлы күп йыллыҡ үлән, бейеклеге 30—130 см. Һуғанбашы эре, алтынһыу‑һары төҫтә, йомортҡа формаһында, итләс, ҡатлы‑ҡатлы тәңкәләрҙән тора. Һабағы төҙ, ҡыҫҡа төклө. Япрағы эллипс йәки ланцет формаһында, ҡыҫҡа һаплы, суҡлы, һабаҡтың өҫкө өлөшөндә — сиратлы. Сәскәһе эре, ҡара таптары булған асыҡ ҡуйы ҡыҙыл йәки бысраҡ алһыу төҫтә, һирәк тәлгәштә йәки яңғыҙар. Июнь—июлдә сәскә ата. Емеше — алты ҡырлы эре ҡумта. Киң япраҡлы, ҡатнаш, һирәгерәк ҡара ылыҫлы, ҡарағай һәм ҡайын урмандарында, урман аҡландарында үҫә; Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының иң юғары өлөшөнән һәм Башҡортостандың Урал аръяғы далаларынан башҡа республиканың бөтә терр‑яһында таралған. Мал аҙығы, декоратив, баллы, ашарға яраҡлы үҫемлек. Составында алкалоидтар, флавоноидтар бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла.

Ғ.М.Фазылова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Яндекс.Метрика