ҠЫҘЫЛЪЯР, Илеш р‑нындағы ауыл, Яңы Айыу а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 35 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 142 км алыҫлыҡта Миңеште й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 167 кеше; 1959 — 121; 1989 — 210; 2002 — 214; 2010 — 185 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто бар.

Ауылға 1925 й. һуң Бөрө кантонында нигеҙ һалына.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке