ҠЫҘЫЛЪЯР, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Яңыбай а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 117 км һәм Ҡыуандыҡ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнб. табан 24 км алыҫлыҡта Оло Сик й. (Һаҡмар й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 87 кеше; 1959 — 133; 1989 — 107; 2002 — 114; 2010 — 98 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға 20 б. 20‑се йй. аҙ. Йылайыр кантонында нигеҙ һалына.

Д.Ғ.Күскилдин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке