“ЛӘЛӘ-ТЮЛЬПАН” Өфө йәмиғ мәсете. 1989 й. нигеҙ һалына, 1998 й. төҙөлөш тамамлана, 1999 й. алып эшләй. Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты ҡарамағында тора. Мосолман Үҙәк Диниә назараты инициативаһы б‑са сәнәғәт пр‑тиелары һәм айырым кешеләр аҡсаһына төҙөлә. Архитекторы В.В.Дәүләтшин. Мәсет (50х50х21) таштан, 3 ҡатлы, архитектур күләмдең нигеҙен атып ултырған ләлә сәскәһе образы тәшкил итә. Һигеҙ яҡлы ике манара (атып өлгөрмәгән ләлә сәскәһе рәүешендә, бейеклеге 54 м) мәсеттең 3‑сө ҡат кимәлендә урынлашҡан төп ишегенең алғы баҫҡысының ике яғында тора. 3‑сө ҡатта вестибюль м‑н ҡатын-ҡыҙҙар өсөн балконлы намаҙ залы. Намаҙ залы көнсығыш стилендә биҙәлгән: стеналарҙағы һәм витраждарҙағы үҫемлек орнаменты ожмах ағастарының сәскәләрен кәүҙәләндерә. Мәсеттең 1‑се һәм 2‑се (терраса) ҡаттарында ҡунаҡ бүлмәләре, уҡыу кабинеттары, уҡыусылар өсөн торлаҡ бүлмәләре һәм никах, исем ҡушыу йолаһын, мөхтәсибәт йыйылыштарын үткәрә торған зал урынлашҡан. Мәсет эргәһендә мәҙрәсә, балалар, өлкәндәр өсөн йәкшәмбе мәктәптәре эшләй. 1999—2005 йй. мәсеттә Рәсәй Ислам университеты урынлаша. Мәсет Өфөнөң мосолман дини үҙәге булып тора, унда мосолман байрамдары үткәрелә. Имам-хатиптары: Ғ.Вәлиев, М.Тажетдинов, А.Ғарифуллин.

Р.М.Вәлиева

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика