ҠЫҘЫЛЪЯР, Бүздәк р‑нындағы ауыл, Түреш а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 52 км алыҫлыҡта Түреш й. (Сәрмәсән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 475 кеше; 1959 — 313; 1989 — 254; 2002 — 243; 2010 — 174 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар.

Ауылға 1927 й. Бәләбәй кантонында ш. уҡ кантондың Түреш‑Шөңкәй а. (хәҙ. Түреш а.) кешеләре бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һала.

М.Й.Фәхретдинова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке