ҠАМЫШ 1) (Phragmites), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 5 төрө билдәле, Арктика һәм Антарктиканан башҡа бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда ябай йәки көньяҡ Ҡ. үҫә. Оҙон үрмәле тамырһабаҡлы күп йыллыҡ эре үлән. Һабағы төҙ, япраҡлы, бейеклеге 0,5—4 м. Япрағы ҡыяҡ‑ланцет, ҡаты, ситтәре осло‑ҡытыршы. Башаҡтары 3—7 сәскәле, төклө ҡылсыҡтар м‑н. Сәскәлеге — миләүшә йәки көмөш‑көрән төҫтәге ҡуйы йөнтәҫ һепертке. Июнь—авг. сәскә ата. Емеше — бөртөксә, июль—сент. өлгөрә. Йылға һәм күлдәрҙең яр буйҙарында, һаҙлыҡтарҙа, һаҙлыҡлы болондарҙа, ҡайһы берҙә һуғарылыусы баҫыуҙарҙа үҫә, респ. бөтә терр‑яһында таралған. Ҡ. торф һәм ҡамышлы уйһыу ярҙар барлыҡҡа килеүенә, һаҙ тупраҡтарының кибеүенә, ҡомлоҡтарҙың нығыныуына булышлыҡ итә. Кәрзиндәр, септәләр үреү, ҡағыҙ, муз. инструменттар эшләү өсөн ҡулланыла. Составында витаминдар, углеводтар, флавоноидтар һ.б. бар, халыҡ медицинаһында файҙаланыла. Декоратив, мал аҙығы, ашарға яраҡлы, техник үҫемлек.

2) (Scirpus), күрән һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 250‑нән ашыу төрө билдәле, бөтә ер шарында таралған. Башҡортостанда 5 төрө үҫә. Күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, өс йәки тупаҡ өс ҡырлы, ҡайһы берҙә дуға һымаҡ ергә бөгөлә һәм тамырлана (тамырланыусы Ҡ.), бейеклеге 0,5—2,5 м. Япрағы киң ланцет йәки тәңкә рәүешендә. Сәскәләре ҡыҙғылт йәки һарғылт‑көрән, ике енесле, сатыр һымаҡ йәки баш һымаҡ сәскәлектәргә йыйылған эре башаҡтарҙа, һирәгерәк башаҡтары яңғыҙар. Май—июлдә сәскә ата. Емеше —кире йомортҡа формаһындағы сәтләүек, авг.—сент. өлгөрә. Һаҙлы болондарҙа, юл буйҙарындағы канауҙарҙа, иҫке үҙәндәрҙең ярҙары һәм уйһыу һаҙлыҡтарҙың ситтәре буйлап, күл һәм быуаларҙың һай ерҙәрендә үҫә. Урман Ҡ., күл Ҡ. республиканың барлыҡ терр‑яһында тиерлек, Табернемонтан Ҡ. башлыса Башҡортостандың Урал алдында һәм Башҡортостандың Урал аръяғында, ҡырлы Ҡ. һәм тамырланыусы Ҡ. күбеһенсә Башҡортостан Урал алдының дала һәм урманлы дала р‑ндарында таралған. Составында каротиноидтар, липидтар, сапониндар, флавоноидтар бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Декоратив үҫемлек. Ҡиммәтле тиреле һыу хайуандары өсөн, урман Ҡ. — боландар өсөн аҙыҡ булып тора. Ҡ. һабаҡтарын үрелгән әйберҙәр эшләү өсөн ҡулланалар.

Л.М.Абрамова, Ә.Х.Ғәлиева

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Текст на русском языке


     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.