ҠЫҘЫЛЪЯР, Ҡолсәйет, Архангел р‑нындағы ауыл, Абҙан а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 19 км һәм Приуралье т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 28 км алыҫлыҡта Инйәр й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 124 кеше; 1920 — 198; 1939 — 319; 1959 — 153; 1989 — 135; 2002 — 127; 2010 — 127 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Абҙан урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 19 б. аҙ. Стәрлетамаҡ өйәҙендә нигеҙ һалына. 1896 й. 21 йортта 107 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мөгәзәй теркәлгән; шөғөлдәр араһында ағас әйберҙәр яһау булған. 90‑сы йй. аҙ. Иҫке Ҡыҙылъяр а. булараҡ иҫәпкә алынған. 2002 й. хәҙ. исемен йөрөтә. М.М.Алсынбаев ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке