ҠЫҘЫЛТҮШТӘР (Pyrrhula), алаҡас турғайҙар ғаиләһенә ҡараған ҡоштар заты. 2 төрө билдәле: ябай Ҡ. (Евразияла таралған) һәм һоро Ҡ. (Урта һәм Көнсығыш Себерҙең көньяғында). Башҡортостанда ике төрө лә осрай. Ябай Ҡ. — урман һәм көньяҡ урман зоналарында оя ҡороусы һәм ҡышлаусы төр, һоро Ҡ. — күсмә һәм ҡышлаусы ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 15—19 см (һоро Ҡ. — 13—17 см), ауырлығы 36 г тиклем. Ҡауырһын ҡапламы ҡуйы, тығыҙ, күберәк һоро төҫтә (ата ҡоштар ғәҙәттә сағыуыраҡ), башы, ҡанаты һәм ҡойроғо ҡара. Ата ябай Ҡ. түше, ҡорһағы ҡыҙыл (инә ҡоштоҡо көрәнһыу), һоро Ҡ. — асыҡ һоро төҫтә (инә ҡоштоҡо көрәнһыу һоро). Башы йомро, муйыны ҡыҫҡа. Суҡышы бәләкәй, шына формаһында. Ҡанаты киң. Ҡойроғо оҙон. Аяғы ҡыҫҡа. Моногам. Ағас ботаҡтарында парлап оя ҡоралар. Йылына 1 тапҡыр бала сығара, ғәҙәттә 5—6 ҡарағусҡыл көрән таплы зәңгәрһыу йәки зәңгәрһыу йәшкелт төҫтәге йомортҡа һала. Инә ҡош 12—14 көн баҫа. Сирень орлоҡтары, төрлө ылыҫлы һәм япраҡлы ағастарҙың емештәре, бөрөләре, үренделәре м‑н туҡлана. Республиканың төньяҡ һәм таулы райондарының ылыҫлы һәм ҡатнаш урмандарында таралған.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.