ҠЫҘЫЛТАШ СВИТАҺЫ, рифейҙың урындағы стратиграфик бүлексәһе. Белорет р‑нында А.И.Иванов айырып күрһәтә (1948). Ултырмаларҙы О.С.Богатырёв, Н.Ф.Решетников (1970), П.Н.Швецов (1970, 1975, 1980) тасуирлай. Ҡ.с. ҡатламдары белорет метаморфик комплексы сиктәрендә Аҙнағол, Сатра, Ҡыҙылташ һәм Боғанаҡ антиклиналдәренең көмбәҙ эргәһе өлөштәрендә таралған. Кристаллы эзбизташ һәм доломит ҡатлауҙарының ике үлсәмле слюда‑ялан шпаты‑кварц составлы графит һәм карбонат кристаллы һәүерташтары һәм углеродлы серицит‑кварц һәүерташтары м‑н сиратлашыуынан тора. Ҡ.с. боғанаҡ свитаһы өҫтөнә яраҡлашып ята, айыусапҡан свитаһы уның өҫтөнә яраҡлашмайынса ҡырын ята. 4 ярым свитаға бүленә: һүренйәк‑әхмәр (ҡалынлығы 400 м ашыу), баҫҡан (ҡалынлығы 35—250 м), ҡамырташ (ҡалынлығы 130—260 м), мәйәрҙәк (ҡалынлығы 300 м тиклем). Ҡ.с. йәше — бөрйәни. Йәше б‑са рифей стратотибының һүрән свитаһына тиң. Ҡ.с. ултырмаларына Ҡыҙылташ кристаллы магнезит ятҡылығы (Белорет р‑ны) тура килә.

П.Н.Швецов

Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.