ҠЫҘЫЛТАШ, төбәк, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1985). Ишембай р‑ны Маҡар а. көньяҡ‑көнсығышҡа табан 2 км алыҫлыҡта Һикәҙе й. (Егән й. ҡушылдығы) уң ярында урынлашҡан. Ишембай заказнигы терр‑яһында ята. Майҙаны 450 га. Төбәктә Кәлимосҡан ҡаяһы һәм Салауат Юлаев мәмерйәһе бар. Ландшафы ҡатнаш урмандарҙан тора. БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китаптарына ингән Клер астрагалы үҫә.

А.Ә.Мулдашев, Р.А.Фәтҡуллин

Тәрж. А.Н.Күсеев

Текст на русском языке