ҠЫҘЫЛСА, кешенең киҫкен йоғошло ауырыуы. Уны тыуҙырыусылар: РНК‑лы Morbillivirus төрө вирустары; түбән т‑раларҙа бер нисә ай буйы йәшәргә һәләтле, юғары т‑ра, ҡояш яҡтыһы, дезинфекция саралары тәьҫирендә һәләк була. Вакцина эшләнмәгән мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың 100%-ы Ҡ. йоҡтора ала. Ауырыу һауа аша йоға; тыуҙырғыстары тын алыу юлдарының лайлалы тиресәләренән регионар лимфа төйөрҙәренә тарала, шунда үрсей, һуңынан ҡанға үтеп инә һәм эске ағзаларҙы, үҙәк нервы системаһын һ.б. зарарлай. Инкубация осоро 9—17 көн.

Төп симптомдары: интоксикация, йүткереү, күҙҙең лайлалы тиресәһе гиперемияһы, ауыҙҙың лайлалы тиресәләрендә специфик сабыртма, тән тиреһендә тимгелле‑бөртөклө сабыртма барлыҡҡа килеүе һ.б. Диагностикалау өсөн эпидемиологик, клиник һәм лаб. тикшеренеүҙәр мәғлүмәттәре файҙаланыла. Дауалау медикаментоз, диета. Өҙлөгөүҙәр: пневмония, ларингит, энцефалит һ.б. Иҫкәртеү: актив һәм пассив иммунлаштырыу. 2003—06 йй. БР‑ҙа Ҡ. бер нисә генә осрағы күҙәтелә (башҡа төбәктәрҙән килгән ауырыуҙар). Республикала Ҡ. м‑н ауырыуҙың иң юғары кимәле (100 мең кешегә 1030,1 ауырыу) 1967 й. теркәлә, балалар үлеү осраҡтары була. Ҡ. иҫкәртеү өсөн  60‑сы йй. республиканың мед. учреждениеларында гамма‑глобулин ҡуллана башлайҙар, 1968 й. Ҡ. ҡаршы илдә етештерелгән тере тәбиғи ҡыҙылса вакцинаһы м‑н халыҡты вакцинациялау башлана.

Халыҡты Респ. санитария‑эпидемиология ст. ойошторған киң иммунлаштырыу һөҙөмтәһендә республикала Ҡ. м‑н ауырыу 1976 й. кәмей (100 мең кешегә 116,5 ауырыу). Вирусологик лаб. ст. Н.А.Катыкова етәкс. серологик ысулдарҙы файҙаланып прививкалауҙан һуң Ҡ. ҡаршы иммунитет көсөргәнеше өйрәнелә (1979). 1998—2000 йй. Медицина университеты ғалимдары (И.А.Ушакова һ.б.) Башҡ‑н респ. дәүләт санитария‑эпидемиология күҙәтеүе үҙәге хеҙм‑рҙәре (Л.И.Коробов, Г.Д.Минин, Е.В.Рожкова) м‑н берлектә республикала Ҡ. клиник‑эпидемиологик үҙенсәлектәрен өйрәнә һәм был ауырыуға ҡаршы көрәш сараларын эшләй. 2002 й. алып Гигиена һәм эпидемиология үҙәге базаһында БР‑ҙа Ҡ. күҙәтеү б‑са Төбәк фәнни‑методик үҙәк эшләп килә.

В.Б.Егоров, Е.В.Рожкова

 Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке