“ЛӘЙСӘН”, Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты ҡарамағындағы халыҡ бейеүе ансамбле. 1964 й. “Байрамғол” с‑зының мәҙәниәт йорто эргәһендә ойошторола, 2005 й. алып хәҙ. статусын йөрөтә. 1972 й. – “халыҡ”, 2013 й. “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы” исемен ала. Репертуарында башҡ. хореографияһы классикаһы: “Башҡорт казактары бейеүе”, “Гөлнәзирә”, “Зарифа”; “Беҙҙең байрам”, “Ҡороҡсолар”, “Һауынсыларҙа ҡунаҡта”, “Фронтовиктар” һ.б. сюжетлы бейеүҙәр. Ульяновск ҡ. БАССР мәҙәниәте көндәрендә ҡатнаша (1968). Рәсәй һәм сит илдәр (Испания, Италия, Польша, Португалия, Франция һ.б.) буйлап гастролдәрҙә була. Бөтә Рәсәй ауыл үҙешмәкәр сәнғәт смотрҙары (Куйбышев ҡ., 1967, 1973; Өфө, 1972), бөтә Союз үҙешмәкәр сәнғәт (1967), совет йәштәре (1973), халыҡ ижады (1976, 1987; бөтәһе лә — Өфө) фестивалдәре, үҙешмәкәр сәнғәт телевизион фестивале (Свердловск ҡ., 1972), бөтә Рәсәй халыҡ ижады смотрҙары (Өфө, 1967; Свердловск ҡ., 1976), “Таланттарға бай Урал” (“Богат талантами Урал”) халыҡ ижады фестивале (Төмән, Силәбе ҡҡ.; икеһе лә — 1995), Халыҡ‑ара фольклор фестивалдәре (Лиссабон, 1977; Галле ҡ., Германия, 1982; Мәскәү, 1988; Мадрид, 1995; Париж, 2004, 2005; Рим, 2006; Сардиния утрауы, Италия, 2007, 2011), “Алтын йөн” (“Золотое руно”; Сочи ҡ., 1992), “Берҙәмлек” (“Содружество”) фольклор фестивалдәре (Нефтекама ҡ., 1994; Гран‑при) лауреаты. М.Мортазин ис. пр. лауреаты (1993). Художество етәкселәре: БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре М.М.Алсынбаев, Р.Ф.Ғәлиев, З.Ғ.Ҡунаҡбаева, Р.Й.Низаметдинов, Ғ.Ғ.Хилажев.

Г.Ю.Муллабаева

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика