ҠЫҘЫЛ МАЯҠ, Тәтер й. үҙәнендәге һаҙлыҡ. Стәрлебаш р‑ны Айтуған а. көньяҡ‑көнбайышҡа табан 0,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Уйһыу һаҙлыҡ, дөйөм майҙаны 483 га, торфтың уртаса ҡалынлығы 0,8 м. Туйыныуы ҡатнаш, башлыса ер өҫтө һыуҙары м‑н туйына. Ҡара ерек, көньяҡ ҡамышы, күл ҡамышы, күрән, сал ҡолонғойроҡ, тал, юл япрағы һ.б. үҫә. Ҡыр турғайы, һайыҫҡан, һаралйын, һары сәпсек, тәгәрлек һ.б. йәшәй.

Ә.М.Гәрәев

Тәрж. З.Б.Латипова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.