ҠЫҘЫЛ ҮРЕШ, Байҙар Үреше, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Үреш‑Битулла а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 55 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 105 км алыҫлыҡта Үреш й. (Ҡариҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 215 кеше; 1920 — 266; 1939 — 651; 1959 — 551; 1989 — 690; 2002 — 598; 2010 — 502 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 19 б. 1‑се ярт. Бөрө өйәҙе Йәлдәк улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са полк. М.С.Осоргин тарафынан Үреш (Осоргин) утары булараҡ нигеҙ һалына. Шулай уҡ Байҙар Үреше тип теркәлгән. 1865 й. 13 йортта 79 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 1906 й. ш. уҡ шарап һәм 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 20‑се йй. хәҙ. статусын, 30‑сы йй. хәҙ. исемен йөрөтә. 2005 й. Ҡ.Ү. м‑н 19 б. аҙ. нигеҙ һалынған Үреш спирт з‑ды ҡасабаһы (В.Ф.Ғәлиәкбәров шунда тыуған) бергә ҡушылған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.