“ЛӘЙЛӘ МЕНӘН МӘЖНҮН”, көнсығыш әҙәбиәте ҡомартҡыһы, дастан. Сюжет нигеҙендә һылыу ҡыҙ Ләйлә менән Мәжнүн (ғәр. – аңын юғалтҡан) ҡушаматлы шағир егет Ҡайсаның фажиғәле мөхәббәте т‑дағы боронғо ғәрәп легендаһы ята. Ата-әсәләре ихтыярына буйһоноп, бер‑береһенән ваз кисергә мәжбүр булған ғашиҡтар айырылышыуға сыҙай алмай һәләк була. Ләйлә менән Мәжнүн сюжеты төрки халыҡтары әҙәбиәтендә (Низами, Науаи, Физули һ.б. ш. уҡ исемле әҫәрҙәре билдәле), ш. иҫ. башҡ. әҙәбиәтендә, киң таралыу ала. 1980 йй. Ғ.Б.Хөсәйенов тарафынан Мәләүез р‑ны Айтуған а. Ғәзизә Ғүмәрованан яҙып алынған дастан варианттарының береһе “Башҡорт халыҡ ижады” йыйынтығына ингән. Шиғри‑сәсмә формала. Ҡулъяҙмаһы ТТӘИ‑нең Ғ.Б.Хөсәйенов ис. ғәрәп графикалы ҡулъяҙмалар һәм иҫке баҫма китаптар фондында һаҡлана.

Әҙәб.: Башҡорт халыҡ ижады. 7‑се т. Яҙма ҡисса һәм дастандар. Өфө, 2004; Крачковский И.Ю. Избранные сочинения. В 6 т. Т.2. М.; Л., 1956.

М.Х.Нәҙерғолов

Тәрж. М.В.Хәкимова

Яндекс.Метрика