ҠЫҘЫЛ САРКОСЦИФА (Sarcoscypha coccinea), аскомицеттар класының саркосцифа һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған бәшмәк. Бөтә Ер шарында (Азияла ҡайһы бер райондарҙа) таралған. Емешлек тәндәре (апотециялары) диам. 1—6 см, яңғыҙар, һирәгерәк төркөмдә 2—3-әрләп, тәүҙә тәрән каса рәүешле, үҫә килә сынаяҡ аҫты һымаҡ; һабы цилиндр формаһында, 1—3 см оҙонлоҡта, 0,5 см йыуанлыҡта, тупраҡҡа күмелгән. Апотецияның сите ҡайһы берҙә айырсаланып йыртылған; эске өлөшө сағыу ҡыҙыл төҫтә, шыма, ялтыр; тышҡыһы аҡһыл ал төҫтә, бәрхәт һымаҡ. Һабы тышҡы өлөшө м‑н бер үк төҫтә, тығыҙ, өбөрөлө. Итсәһе тығыҙ, һығылмалы, итле‑кимерсәкле, ҡайһы берҙә ҡар һыуы еҫле. Апотецияларҙағы муҡсалар төрлө ваҡытта өлгөрә, споралары эллипс формаһында. Спора онтағы аҡһыл төҫтә. Ҡ.с. иртә яҙҙа үҫешә, апотециялары апр.—майҙа барлыҡҡа килә. Сапротроф, лигнофил, япраҡлы ағастарҙың тупраҡ аҫтында ҡалған ботаҡтарында, былтырғы япраҡтар аҫтында үҫешә. Республикала Өфөлә (Ағиҙел й. уң яҡ төп ярында Ғафури М. исемендәге үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркы янындағы имән‑йүкә‑йыла урманында) табылған. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

З.Е.Ҡылысова, С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.