ҠАМСЫЛЫТАМАҠ, Дәүләкән р‑нындағы ауыл, Ҡаҙырғол а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. Көнс. табан 51 км алыҫлыҡта Өршәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 250 кеше; 1920 — 281; 1939 — 392; 1959 — 449; 1989 — 431; 2002 — 522; 2010 — 475 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 18 б. аҙ. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1810 й.) Стәрлетамаҡ өйәҙе Өршәк-Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Бәләбәй өйәҙе Суйынсы-Николаевка а. сыуаштары нигеҙ һала. 1865 й. 26 йортта 124 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке