ЛЕЩЕНКО Нина Ивановна (12.3.1941, БАССР‑ҙың Благовар р‑ны Община а.), селекционер. А.х. ф. канд. (1984). РФ‑тың (1996) һәм БР‑ҙың (1992) атҡ. а.х. хеҙм‑ре, СССР‑ҙың (1986) һәм РФ‑тың (1999) уйлап табыусыһы. БАХИ‑ны тамамлаған (1965). 1962 й. алып Шишмә р‑нының Я.М.Свердлов ис. к‑зы агрономы. 1965 й. башлап БНИИСХ‑ла эшләй: 1973 й. — өлкән ғилми хеҙм‑р, 1996 й. — лаб. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре иген культураларын селекциялауға һәм орлоҡсолоҡҡа арналған. Л. тарафынан ҡарабойҙайҙың (Чишминская), ужым бойҙайының (Башкирская 10, Лютесценс 9), ужым арышының (Памяти Кунакбаева, Чулпан, Чулпан 3, Чулпан 7) һәм ужым тритикалеһының (Башкирская 1, Башкирская короткостебельная) яңы сорттары сығарылған. 120‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 9 уйлап табыу авторы. СССР МС‑ы пр. (1982), С.А.Ҡунаҡбаев ис. пр. (2006) лауреаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1986).

Хеҙм.: Сорта озимой ржи и методы их создания //Вестник Российской академии сельскохозяйственных наук. 2002. №5 (авторҙ.); Важнейшие направления селекции озимой пшеницы и озимой тритикале //Достижения науки и техники АПК. 2007. №2 (авторҙ.).

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика