ҠАМСЫЛЫЛАР, ҡамсы йөрөтөүселәр (Mastigophora), саркомастигофорҙар тибының бер күҙәнәклеләр ярым тибы. 7 меңдән ашыу төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. БР‑ҙа 50‑гә яҡын төрө бар. 2 класҡа бүленә: үҫемлек Ҡ. һәм хайуан Ҡ. Бер күҙәнәкле, һирәгерәк колониаль организм. Үлсәмдәре 2 мкм (лейшманиялар) алып 1 мм (ҡайһы бер опалиналар) тиклем. Орсоҡ, цилиндр, шар, йомортҡа формаһында. Күҙәнәктәренең йоҡа тышсаһы (пелликула) бар, йыш ҡына хитин панцирь йәки күҙәнәклектән торған тышса м‑н ҡапланған. Һыуҙа йәшәгән формаларҙа күҙәнәктең тышсаһы йыш ҡына оҙон үҫентеле, был тән йөҙөнөң артыуына килтерә. Ҡ. тәненең алғы өлөшөнән сыҡҡан 150 мкм оҙонлоҡтағы 1—8 (ҡайһы саҡта күберәк) ебе бар; ҡайһы бер төрҙәрҙә (мәҫ., трипаносомаларҙа) ул артҡа йүнәлтелгән һәм яры ярҙамында күҙәнәктең көбө м‑н тоташҡан. Ептәр хәрәкәт итеү һәм аҙыҡты эләктереү өсөн хеҙмәт итә. Ядроһы күп осраҡта берәү, һирәгерәк ике (лямблиялар) һәм күп (опалиналар) ядролы формалар осрай. Ҡ. хроматофоралы автотроф формаларының стигмаһы (ҡыҙыл йәки ҡыҙғылт һары төҫтәге яҡтылыҡты тойоусы тап) бар. Осморегуляцияһы диңгеҙ һәм паразит формаларҙа булмаған ҡыҫҡартыусы вакуоль аша тормошҡа ашырыла. Енесһеҙ юл — буйға икегә бүленеү юлы (ш. уҡ цисталарҙа) м‑н үрсей. Тамамланмаған енесһеҙ үрсеүҙә бала заттар инә заттан айырылмай, һөҙөмтәлә колониялар барлыҡҡа килә. Енси юл м‑н үрсеү (изо‑, гетеро‑, оогамия) һирәк күҙәтелә (башлыса фитомастигин ярым класы вәкилдәрендә). Ҡ. — автотрофтар, гетеротрофтар һәм миксотрофтар (туҡланыуҙың төрлө типтарын берләштерәләр). Диңгеҙҙә, сөсө һыу ятҡылығында, тупраҡта йәшәй; тәбиғәттәге матдәләр әйләнешендә мөһим роль уйнай. Күп Ҡ. биологик индикацияла ҡулланыла. Ҡайһы бер Ҡ. кеше һәм хайуан паразиттары булып тора, лямблиоз (лямблиялар), трихомоноз (трихомонадалар) һ.б. ауырыуҙар тыуҙыра.

В.Ф.Хәбибуллин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.