ҠЫҘЫЛ РАЙОНЫ, Силәбе өлкәһенең көньяғында урынлашҡан. 1926 й. 4 нояб. ойошторолған. Майҙаны — 4413 км2. Адм. үҙәге — Ҡыҙыл ауылы. Районда 14 ауыл советы, 52 ауыл торама пункты бар. Халҡы — 26,5 мең кеше (2010), ш. иҫ. 11,2% башҡорттар (ҡара: Урал аръяғы башҡорттары). Башҡорттар тупланып йәшәгән иң ҙур торама пункттар (2002): Ильинка, Каменка, Комсомольский, Мартыновка, Октябрьский, Первомайка, Соколки һ.б. ауылдар. Ҡыҙыл а. — “Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл районы башҡорттары ҡоролтайы” (2010 й. алып), Ҡарабулаҡ ҡасабаһында “Дуҫлыҡ”, “Ҡарлуғас” вокаль ансамблдәре эшләй.

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.