ЛЕСИН Василий Николаевич (1.2. 1943, БАССР‑ҙың Благовар р‑ны Васильцовка а.), график. РФ‑тың (2008) һәм БР‑ҙың (2002) атҡ. рәссамы. Рәссамдар союзы ағзаһы (1975). ӨАИ‑ны тамамлаған (1967). 20 б. 1970—90 йй. башлыса акварель техникаһында, 2000 йй. алып майлы буяулы рәсем сәнғәтендәэшләй. Ижадының тәүге осоронда индустриаль пейзажға мөрәжәғәт итә (“Радио мачталары”, 1971; “Яңы магистраль”, 1972). 80‑се йй. уртаһынан эштәре фәлс. йөкмәтке ала; сюжеттың, хәл ителешендәге тыйнаҡлыҡ, рәсем төшөрөү алымдары һәм колорит рәссамдың донъяға ҡарашы үҙгәреүен, киҫкенләшеүен күрһәтә. Әҫәрҙәре кинәйәле мәғәнә м‑н айырыла, пейзаж мотивтарында экология темаһы өҫтөнлөк ала, улар тәбиғәттең матурлығын түгел, ә ҡатмарлы соц. хәлдәр барған урындарҙы сағылдыра (“Яҙҙы хәбәр итеүсе”, 1987; “Ҡороған урман”, 1988). Күп эштәренең стилистикаһы шартлы пластикаға  (“Ҡоштар”, 1987; “Фигуралар”, 1988), абстракт-биҙәү композицияларына (“Америка” серияһы, 1993) нигеҙләнгән. Лирик реалистик пейзаждарында төҫ — образдың төп характеристикаһы булып тора (“Башҡортостан буйлап” серияһы, 1996 й. алып). 1972 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Өфө (1993, 2004), Нью-Бедфорд (1993), Атланта (2001, икеһе лә — АҠШ), Мёльн (ГФР, 1994). Эштәре БДХМ, ТР (Ҡазан), Удмурт Респ. (Ижевск) һынлы сәнғәт музейҙарында, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.

Әҙәб.: Акварельная весна = Акварель яҙы: каталог /авт.‑сост. И.Н.Оськина. Уфа, 2005.

И.Н.Оськина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Илл.: В.Н.Лесин. Көҙгө Ҡариҙел. Ҡағыҙ, акв. 1996

Яндекс.Метрика